Авторское право © WWW : Нефтекамск. Официальный сайт администрации городского округа
Перепубликация материалов возможна только с устного или письменного разрешения Администрации сайта !
Название статьи , опубликовано Мәҡәләләр » Спорт
02.12.08 10:00

Нефтекама ҡалаhын төньяҡ–көнбайыш Олимпияhы тип атайҙар. Yҙҙәренең көсөн hәм сыҙамлығын үҫтерергә теләүселәр өсөн ҡалала 150 спорт ҡоролмалары: 38 спорт залы, 9 йәш үҫмерҙәр клубы, 4 балалар hәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, балалар hәм үҫмерҙәр туризмы hәм экскурсиялары үҙәге, “Венед” клубы, 3 йөҙөү бассейны, 10 000 урынлыҡ “Торос” спорт комплексы, яhалма боҙҙан эшләнгән хоккей корты, Физкультурниктар йорто, спорт майҙандары эшләп килә.

Йолаға әйләнгән спорт төрҙәре менән бер рәттән велосипедта ярыш, мотоцикл спорты, автомобилдәрҙә уҙышыу, туризм, кикбоксинг, тауҙа саңғы шыуыу кеүек ярыштар үткәрелә. Республика hәм Рәсәй кимәлендәге фестивалдәр, спартакиадалар, ҙур күләмле спорт сараларын үткәреү ҡала өсөн ғәҙәткә ингән. Йыл hайын бында 240–тан ашыу ҡала, 5 республика hәм Рәсәй спорт саралары үткәрелә. Республика сиктәренән тыш та танылған “Торос” хоккей командаhы Рәсәй беренселегенең беренсе лигаhында һөҙөмтәле уйнай. Йола буйынса саңғысылар үҙәге базаhында “Саңғы юлында алhыу йөҙлөләр” республика саңғы ярыштары, “Торос” стадионы базаhында “Алтын шайба” йәш хоккейсылар клубының ярыштары үткәрелә. 2005 йылда Нефтекама ҡала командалары “Алтын шайба”, “Саңғы юлында алhыу йөҙлөләр” республика ярыштарында беренсе hәм икенсе урындарҙы яуланы.

URL / WWW
http://www.neftcity.ru/index.php?dn=article&to=art&id=23